Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-9 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Ноябрь 2016, 16:03
Башҡортостан һәм Үзбәкстан дуҫлыҡ ойошмаһын булдырырға ниәтләй
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2016 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Ташкентта Башҡорт мәҙәниәте көндәре тамамлана. Тантаналар барышында Башҡортостан делегацияһы «Үзбәкстан — Рәсәй» берекмәһе ағзалары менән аралашты. Осрашыуҙа артабанғы хеҙмәттәшлек мәсьәләләре һәм «Үзбәкстан — Башҡортостан» дуҫлыҡ ойошмаһын булдырыу мөмкинлектәре тикшерелде.
Бынан тыш, республика вәкилдәре Үзбәкстандағы Башҡорт ҡоролтайы Башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышын үткәрҙе һәм урындағы йәштәр менән осрашты. Шулай уҡ улар Ташкенттағы иҫтәлекле урындарға, «УзЭкспоЦентр» милли күргәҙмәләр үҙәгендә барған Халыҡ-ара сәнәғәт йәрминкәһенә, Үзбәкстандың Алишер Навои исемендәге милли китапханаһына барҙы.
Тантана сиктәрендә башҡорт мәҙәниәте фестивале уҙҙы. Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе артистарының сығышы концерттың биҙәге булды, тип хәбәр итә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте.
Теги:
халыҡ-ара хеҙмәттәшлек
Читайте нас