07:44 (UTC+5), 31 Октября 2016

Ҡышҡыһын Өфө аэропортынан Сочиға осоштар һаны арта һәм Дубайға рейс асыла

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Ҡышҡыһын Өфө аэропортынан Сочиға осоштар һаны арта һәм Дубайға рейс асыла. Уҙған ял көндәрендә баш ҡаланың һауа ҡапҡаһы көҙгө-ҡышҡы расписание буйынса эшләүгә күсте. Шулай уҡ яңы Рәсәй һәм сит ил йүнәлештәре барлыҡҡа килде.
Аэропорттың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, ҡышҡыһын республика халҡы Өфөнән тура Дубайға оса ала. Бынан тыш, Мәскәүгә һәм Сочиға рейстар йышлығы арта. Теҙмәлә Ноябрьск, Төмән, Усинск, Таулы-Алтай һәм Омск ҡалалары бар.
15 ноябрҙә Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә чартер рейстары тергеҙелә. Осоштар шишәмбегә билдәләнгән. Осош программаһы 20 декабргә тиклем иҫәпләнгән. 27 декабрҙән Дубайға рейстарҙы икенсе авиакомпания башҡара. Осоштар 2017 йылдың 21 мартына тиклем дауам итә.
Мәскәүгә, Санкт-Петербургҡа, Ҡазанға, Сочиға йүнәлештәр һаҡлана, шулай уҡ илдең башҡа ҡалаларына рейстар асыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика