16:27 (UTC+5), 31 Октября 2016

ТВ3 каналының ижади төркөмө тамашасыларҙы «Башҡорт Мәккәһе» менән таныштыра

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. ТВ3 федераль каналы Башҡортостандың серле урындарында булды. Ошо көндәрҙә танылған алып барыусы Денис Гребенюк етәкселегендәге ижади төркөм республика мосолмандары өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған урынға — Нарыҫтауға барҙы. Был хаҡта «Вокруг света. Места силы» тапшырыуын төшөрөүҙә ҡатнашҡан социология фәндәре кандидаты, «Шәжәрә» Башҡортостандың тарихи мираҫын өйрәнеү үҙәгенең ғилми хеҙмәткәре Илгиз Солтанморатов хәбәр итте.
Республикабыҙ Мәккәһе тип йөрөтөлгән Нарыҫтау түбәһе — Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең көрәштәштәре Зәйет улы Зөбәйер менән уның улы Абдрахман ерләнгән урын ул. Улар VII быуатта уҡ башҡорт ерҙәренә ислам динен таратыу өсөн килгән.
Бында пәйғәмбәрҙең сәхәбәләренең исемдәре яҙылған матур һәйкәл урынлашҡан. Обелиск эргәһендә ислам стилендә металдан яһалған семәрле аҡ тирмә ҡуйылған, ул бер үк ваҡытта һәйкәлде лә һаҡлай, нәфис архитектура композицияһын да барлыҡҡа килтерә. Диндарҙар ошо изге урынға килә. Борон-борондан кешеләр, дөйәгә атланып, Урта Азиянан Нарыҫтауға килер булған. Күптәр әйтеүенсә, Нарыҫтау хаҡында Мәккәлә лә ишеткәндәре бар.
Тағы ла бер легенда буйынса был тау башҡорт геройҙары — аталы-уллы Иҙеүкәй менән Мораҙым күмелгән урын булараҡ билдәле.
Мәскәү ҡунаҡтары үҙҙәренең килеүен Нарыҫтауҙың ғәҙәти булмаған энергетикаһы тураһында мәғлүмәткә эйә булыуҙары менән аңлатты.
Тау итәгендә матур аҡ мәсет төҙөлгән, унда ТВ3 каналы хеҙмәткәрҙәре аят уҡыуҙы һәм дәрүиштәр бейеүен видеоға төшөрҙө, башҡорт аш-һыуҙарын тәмләп ҡараны. Һуңынан ҡунаҡтар ҡаты һыуыҡтарҙа ла туңмаған изге шишмәгә сумды.
Танылған ҡурайсы Роберт Юлдашев һәм башҡорт йәштәре лидеры, «Арғымаҡ» этно-төркөмө солисы Ринат Рамазанов экспедицияла ҡатнашыусыларҙы ҡурай менән таныштырҙы, уның тарихы тураһында һөйләне, «Сыңрау торна» һәм «Урал» көйҙәрен уйнап ишеттерҙе, тип хәбәр итә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика