Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Октябрь 2016, 11:13

Төбәктә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан, епшек ҡар һәм боҙлауыҡ тураһында иҫкәртә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан төшөүе, епшек ҡар яуыуы һәм боҙлауыҡ тураһында иҫкәртә. 31 октябрҙә көндөң болотло булыуы көтөлә, тип хәбәр итә ведомство, республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығына һылтанма яһап.
Республикала урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуыуы фаразлана. Ҡайһы бер райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарға, ағастарға ҡар һырыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Төндә юлдарға томан төшәсәк.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығы водителдәргә төҙөк булмаған транспортта юлға сыҡмаҫҡа, иғтибарлы булырға, хәүефһеҙ тиҙлек режимын үтәргә кәңәш итә. Тәжрибәһеҙ автоһәүәҫкәрҙәргә руль артына ултырмаҫҡа, йәйәүлеләргә юл аша сыҡҡанда һаҡ булырға кәрәк.
Читайте нас