09:07 (UTC+5), 31 Октябрь 2016

Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте халыҡ тураһында мәғлүмәттәр баҫтырып сығарҙы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте халыҡ тураһында мәғлүмәттәр баҫтырып сығарҙы. Асыҡланыуынса, Башҡортостанда тыуым һәм үлем кәмегән, кешеләр шулай уҡ аҙыраҡ өйләнешә һәм айырылыша башлаған.
Статистика мәғлүмәттәре буйынса, туғыҙ айҙа республикала 42 580 сабый донъяға килгән, был 2015 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 1460-ҡа кәмерәк. 39 577 кеше (-1634) вафат булған.
5009 кеше (+339) — онкология, 15 809-ы (+146) — ҡан әйләнеше, 2045-е (-273) — тын алыу органдары, 1713-ө (-241) аш һеңдереү сирҙәренән яҡты донъя менән хушлашҡан.
Башҡортостанда йәшәгән 53 кеше алкоголь менән ағыуланыуҙан, 914-е (-55) — суицид, 176-һы (-48) — үлтереү, 301-е (-145) — юл-транспорт ваҡиғаһы, 10-һы (-13) ағыуланыу һөҙөмтәһендә үлгән. Йыл башынан 218 кеше һыуға батҡан.
Сағыштырыу өсөн: Пермь крайы — алкоголь менән ағыуланыуҙан (405), үлтереүҙән (253), һыуҙа ғәҙәттән тыш хәлдә (223), Татарстан — юл-транспорт ваҡиғаһында (311), Сыуашстан ағыуланыуҙан (75) үлем осраҡтары буйынса беренсе урында тора. Суицид буйынса икенсе урында — Пермь крайы (705), өсөнсөлә — Удмуртия (478).
Ағымдағы йылдың туғыҙ айында Башҡортостанда 20 207 пар (3583-кә кәм) никахҡа ингән, 11 662 ғаилә (184-кә кәм) тарҡалған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика