10:05 (UTC+5), 31 Октября 2016

Башҡортостан ҡыҙы «Мисс Азия-Себер» халыҡ-ара конкурсы тажы өсөн көрәшә

«Мисс Башкортостан» модель агентлығы сайтынан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡорт һылыуҡайы, «Мисс Башкортостан» агентлығы моделе Альбина Моратова Красноярск ҡалаһында үтәсәк «Мисс Азия-Себер» халыҡ-ара гүзәллек конкурсына юлланды.
Быйыл бәйгегә ун йыл тула. «Мисс Башкортостан» агентлығы сибәрҙәре унда дүрт тапҡыр ҡатнашып, ике тапҡыр төп титулға һәм бер тапҡыр вице-мисс исеменә лайыҡ булды.
Быйыл апрель айында Альбина Моратова «Мисс Башкортостан-2016» конкурсында беренсе вице-мисс исемен яуланы, сентябрҙә иһә Ҡытайҙа уҙған «Miss New Silk Road 2016» XXIII халыҡ-ара моделдәр бәйгеһендә тәүге бишәү иҫәбенә инде. Проект сиктәрендә республикабыҙ вәкиле Европаның һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренең иң яҡшы моделе тип танылды.
Альбина Өфө дәүләт нефть техник университетында белем ала.
Халыҡ-ара конкурстың финалы 6 ноябрҙә үтә. Ҡыҙҙар визитка, ижади номер номинацияларында, стилләштерелгән кейемдәрҙә, киске күлдәктәрҙә сығыш яһай. Альбина «Байыҡ» конкурсы еңеүсеһе Нурсилә Фәхретдинова ҡуйған «Һаҡмар һылыуы» бейеүен башҡара.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика