12:46 (UTC+5), 31 Октября 2016

1 ноябрҙән Өфөнөң Салауат Юлаев проспектында яңы тиҙлек сикләүе индерелә – мэрия

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 2016 йылдың 1 ноябрендә киске сәғәт 5-тән Өфөнөң Салауат Юлаев проспектында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү маҡсатында тиҙлек режимын сәғәтенә 40 километрға тиклем сикләү индерелә. Ул Сәғит Агиш урамы менән киҫелештән алып Урман техникумы урамы менән киҫелештәге транспорт тоннеленә тиклем һәм кире йүнәлештә ғәмәлдә буласаҡ, тип аңлатма бирҙеләр хакимиәттә.
Шуға бәйле «Максималь тиҙлекте сәғәтенә 40 километрға тиклем сикләү» тигән юл билдәләре ҡуйылған. Сикләү ҡышҡы осорға индерелә. Ҡала хеҙмәттәре һәм Дәүләт автоинспекцияһы водителдәрҙең иғтибарын юл ҡағиҙәләрен үтәү кәрәклегенә йүнәлтә.
Бындай саралар юл-транспорт ваҡиғаларын кәметеүгә булышлыҡ итә. Мәҫәлән, йыл башынан юл-транспорт ваҡиғалары былтырғы менән сағыштырғанда 18 процентҡа кәмегән. Зыян күреүселәр менән юл-транспорт ваҡиғалары – 11 һәм һәләк булыусылар 27 процентҡа аҙыраҡ: быйыл юлдарҙа – 32, былтыр ошо уҡ осорҙа 44 кеше һәләк булған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика