11:35 (UTC+5), 28 Октября 2016

Златоуст ҡалаһында башҡорт атлыларына һәйкәл асыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 28 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Златоуст ҡалаһында 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813-1814 йылдарҙа рус армияһының сит ил походтарында ҡатнашҡан 18-се башҡорт атлы полкы яугирҙәренә арналған һәйкәл асыла.
Һәйкәл төҙөү идеяһын Силәбе өлкәһендәге «Башҡорт ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһының Златоуст бүлексәһе рәйесе, Ветерандарҙың ҡала советы ағзаһы Данис Хужин тәҡдим иткән. Златоуст депутаттары йыйылышы һәйкәлдең проектын әҙерләргә һәм уны ҡуйыу өсөн урын билдәләргә тигән ҡарар сығарған. Уның башланғысын Башҡортостандың Урал төбәктәрендәге вәкиле Амур Хәбибуллин да хуплаған, тип хәбәр иттеләр даими вәкиллектә.
Тарихи документтар буйынса, 1812 йылдың сентябрендә Златоуста 18-се башҡорт атлы полкы ойошторола. 1812 йылдың 14 октябрендә ул Түбәнге Новгородҡа походҡа юллана.
Француздар башҡорттарҙы уҡтан оҫта атҡандары өсөн «төньяҡ амурҙары» тип атаған. Күптән түгел Силәбелә Ҡала көнөн байрам итеү сиктәрендә башҡорт атлыларына — 1812 йылғы Ватан һуғышы яугирҙәренә һәйкәл асылды.
Данис Хужин үҙе хәбәр итеүенсә, һәйкәл ҡунаҡтарҙы һәм туристарҙы йәлеп итеү өсөн оҫталар ҡалаһында лайыҡлы урын аласаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика