Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
82.82
-0.85
7+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Октябрь 2016, 15:09

Төбәктә коммерцияға ҡарамаған ойошмалар приюттар аса, халыҡҡа белем биреү менән шөғөлләнә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 28 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һаны артыу менән бергә әлеге ойошмаларҙың эшмәкәрлеген федераль һәм төбәк ҡаҙнаһы иҫәбенә дәүләт финанслауының артыуы билдәләнә. Был хаҡта Дәүләт Йыйылышында үткән парламент тыңлауҙарында республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Кабанова һөйләне.
Быйыл социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға финанс ярҙамы өсөн республика бюджетынан 480 миллиондан ашыу аҡса ҡаралған. Йыл һайын Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Башҡортостан Хөкүмәте билдәләгән өҫтөнлөклө йүнәлештәр буйынса коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһында субсидия алыуға конкурс ойоштора. 2014 йылда 30 миллион һум 52 ойошма араһында бүленде. 2015 йылда 48 ойошма шундай суммаға эйә булды. 2017 йылдың беренсе кварталында ошоға оҡшаш конкурс уҙғарыу күҙаллана. Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам итеү өсөн ҡаҙна аҡсаһына өҫтәмә рәүештә федераль бюджеттан аҡса йүнәлтелә.
Күп кенә ойошмалар үҙҙәренең социаль әһәмиәтле проекттарын тормошҡа ашыра алды. Яман шешкә ҡаршы фонд «Күсмә маммограф» программаһын ғәмәлгә ашырҙы, уның сиктәрендә республиканың алыҫ райондарында йәшәгән 200 ҡатын-ҡыҙ бушлай медицина тикшереүе үтә алды. Ҡаты сирле балаларға ярҙам буйынса «Юғалтыуҙар юҡ» хәйриә фонды яман шеш һәм гематологик сирҙәрҙе еңеүсе балалар өсөн социаль-психологик реабилитация программаларын тормошҡа ашыра.
Һуңғы дүрт йылда 68 ойошма Рәсәй Президенты бойороғо буйынса үткәрелгән конкурстарҙа еңеүсе булды. Улар үҙҙәренең социаль әһәмиәтле проекттарын бойомға ашырыу өсөн тағы ла 124 миллион һумдан ашыу аҡса алды.
«Ғаилә мөнәсәбәттәре кеүек мөһим йүнәлеш иғтибарҙан ситтә ҡала. Әсәлек, ғаилә ҡиммәттәре, атайҙың статусын күтәреү — йәмәғәт ойошмаларының эшендә бына шуларҙы күрергә теләр инек. Әлеге ваҡытта системалы рәүештә эшләгән ойошма юҡ», — тип билдәләне Ольга Кабанова.
Рәсәй Юстиция министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн Башҡортостанда 5102 коммерцияға ҡарамаған ойошма теркәлгән.
Читайте нас: