12:26 (UTC+5), 28 Октября 2016

Синоптиктар ял көндәрендә һауа торошоноң ниндәй буласағын хәбәр итте

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 28 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Синоптиктар ял көндәрендә һауа торошоноң ниндәй буласағын хәбәр итте. Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, алдағы көндәрҙә төбәктә атмосфера баҫымының түбәнәйеүе, яуым-төшөм, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Һауа температураһы әллә ни үҙгәрмәй.
«Шәмбе, 29 октябрҙә, республиканың күпселек райондарында бер аҙ ҡар яуасаҡ, — тип хәбәр итте идаралыҡтың матбуғат секретары Гөлназ Закирова. — Көнсығышта епшек ҡар яуыуы, тимер сымдарға, ағастарға ҡар һырыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Һауа температураһы төндә -2, -7, аяҙайтҡанда 12 градусҡаса һалҡын, көндөҙ -2, +3 градус».
Йәкшәмбе, 30 октябрҙә, урыны менән ҡар яуасаҡ, еңелсә боҙлауыҡ буласаҡ. Һауа температураһы үҙгәрмәйәсәк.
Октябрҙең һуңғы көнөндә һәм киләһе аҙнаның башында төбәктең күпселек өлөшөндә епшек ҡар яуыуы көтөлә. Көньяҡ-көнбайыш райондарҙа аҙыраҡ булыуы ихтимал. Урыны менән боҙлауыҡ, тимер сымдарға, ағастарға епшек ҡар һырыуы күҙәтеләсәк. Температура төндә 0, -5, көндөҙ -2, +3 градус.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика