06:05 (UTC+5), 28 Октября 2016

«Рәсәй радиоһы Башҡортостан» 89,5 FM йышлығында эшләй башланы

«Башҡортостан» ДТРК-һы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 28 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. «Рәсәй радиоһы Башҡортостан» 89,5 FM йышлығында эфирға сыға башланы. Хәҙер уны теләһә ниндәй ҡоролмала тыңларға мөмкин. Әйткәндәй, «Рәсәй радиоһы» элеккесә ультра ҡыҫҡа тулҡындарҙа ла эшләй, Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы филиалының рәсми порталында тапшырыуҙар тәүлек әйләнәһенә алып барыла.
Әле FM йышлығында «Рәсәй радиоһы» һынау режимында эшләй. Туҡһан йыллыҡ тарихы булған радио тәүге тапҡыр ошо форматҡа күсте. Был, һис шикһеҙ, тағы ла күберәк тыңлаусыларҙы йәлеп итәсәк. 2017 йылда тулыһынса FM-диапазонға күсеү күҙаллана», — тип һөйләне «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының радиотапшырыуҙар хеҙмәте етәксеһе Элла Курильская.
Башҡортостан радиоһының даими тапшырыуҙары 1928 йылдың 1 авгусында башлана. Партия һәм дәүләт органдары ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа радиорепродукторҙар ҡуйыу буйынса саралар күрә. Бөгөн радиола 40-ҡа яҡын тапшырыу иҫәпләнә, шуларҙың 25-е — башҡорт телендә. Һуңғы яңылыҡтар, актуаль репортаждар, авторлыҡ программалары, аналитик, ижтимағи-сәйәси, мәҙәни тапшырыуҙар. Эфир тәүлегенә алты сәғәт, аҙнаһына ете көн дауам итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика