09:27 (UTC+5), 27 Октября 2016

Баш ҡалала иң талантлы йәш ғаилә билдәләнде

Өфө ҡалаһы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 27 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә «Йәш ғаилә-2016» конкурсы еңеүселәре билдәләнде. Кисә Ҡала мәҙәни-ял итеү үҙәгендә бәйгенең финалы үтте.
Ҡаланың иң яҡшы ғаиләһе исеме өсөн Өфө райондары ғаиләләре көс һынашты. Дим районынан — Сафиндар, Киров районынан — Әйүповтар, Калинин районынан — Хәйретдиновтар, Ленин районынан — Хәлитовтар, Октябрь районынан — Ғафаровтар, Орджоникидзе районынан — Янситовтар, Совет районынан Сәйетғәлиндар сығыш яһаны.
Конкурста ҡатнашыусылар үҙҙәренең шәжәрә ағасы, ғаилә традициялары менән таныштырырға, концерт номерҙары күрһәтергә тейеш ине.
Бәйге йомғаҡтары буйынса жюри ағзалары Гран-приға Октябрь районынан Ғафаровтар ғаиләһен лайыҡлы тип тапты. Тап улар «Йәш ғаилә-2016» республика конкурсында Өфө исеменән сығыш яһай. Юлиә һәм Рәмил Ғафаровтар ун йыл бергә йәшәй, ул һәм ҡыҙ тәрбиәләй. Ғаилә башлығы художестволы иретеп йәбештереү менән мауыға, тормош иптәше бейеү менән шөғөлләнә.
Башҡа ҡатнашыусылар «Романтизм һәм ғаилә гармонияһы», «Әүҙемлек һәм үҙенсәлеклек өсөн», «Ғаилә традицияларына тоғролоҡ өсөн», «Ижадилыҡ һәм заманса ҡараш өсөн», «Үҙенсәлеклек өсөн», «Башҡарыу оҫталығы һәм ижади ҡараш өсөн» номинацияларында билдәләнде.
«Йәш ғаилә-2016» конкурсын ойоштороусылар — Өфө хакимиәте һәм баш ҡаланың йәштәр эштәре буйынса комитеты.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика