09:43 (UTC+5), 26 Октября 2016

Төбәктә «Рус география йәмғиәтенең ассоциацияланған мәктәптәре» тип аталған проект башланды

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Евгения Сюткина/. Өфөлә, республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында, «Рус география йәмғиәтенең ассоциацияланған мәктәптәре» проекты республика советының тәүге киңәйтелгән ултырышы уҙҙы.
Проекттың төп маҡсаты — Рус география йәмғиәтенең, Өфөләге һәм республикалағы дөйөм һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеларының көсөн берләштереү. Артабан Рус география йәмғиәтенең төрлө проекттарын берлектә тормошҡа ашырыу, уҡыусылар араһында география, тарих, тәбиғәт фәндәрен популярлаштырыу, экскурсия программаларын һәм туристик маршруттар әҙерләү, балаларҙа илһөйәрлек тойғоһо, тыуған яҡҡа һөйөү тәрбиәләү.
Ултырышта Рус география йәмғиәте Башҡортостан бүлексәһе рәйесенең беренсе урынбаҫары, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты Вячеслав Аброщенко рәйеслегендә 21 кешенән торған республика советы составы раҫланды. Совет составына Дәүләт Йыйылышы депутаты Эльвира Айытҡолова, Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов, мәғариф министры урынбаҫары Венера Вәлиева, Өфө хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе Елена Хаффазова, мәктәп директорҙары инде. Шулай уҡ 11 кешенән торған Эксперт советы төҙөлдө, рәйес итеп Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты Эдуард Сәйетбатталов һайланды.
Рус география йәмғиәтенең ассоциацияланған мәктәбе статусы билдәләнгән йүнәлештәр буйынса һөҙөмтәле, сифатлы эшләгән өсөн бирелә. Эксперт советы мәғариф учреждениеларының эшен баһалаясаҡ һәм статус биреү өсөн иң яҡшыларҙы республика советына тәҡдим итәсәк. Быйыл әүҙем мәктәптәрҙең һөҙөмтә күрһәтеүе һәм 2017 йылдың май айында йомғаҡ яһау, мәктәптәрҙең тәүге төркөмөнә Рус география йәмғиәтенең ассоциацияланған мәктәбе статусын биреү күҙ уңында тотола.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика