Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
22+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Октябрь 2016, 16:38
Төбәктә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы юлдарҙа томан һәм боҙлауыҡ тураһында иҫкәртә
автор
ӨФӨ, 2016 йыл, 25 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы юлдарҙа томан һәм боҙлауыҡ тураһында иҫкәртә. 26 октябрҙә көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә, тип хәбәр итә ведомство, республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә һылтанма яһап.
Республикала урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы һәм боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Юлдарҙың айырым участкаларында — боҙлауыҡ. Ел талғын. Һауа температураһы төндә 0,-5 градус, аяҙайтҡанда 12 градусҡаса һалҡын, көндөҙ -1,+4. Ҡайһы бер райондарҙа төндә һәм иртән юлдарға томан төшөүе көтөлә.
«Башинформ» агентлығы
хәбәр иткәнсә
, республикала көн аяҙлы-болотло буласаҡ, урыны менән епшек ҡар яуасаҡ.
Үҙ сиратында Дәүләт автоинспекцияһы автомобилдәрҙең тәгәрмәстәрен алмаштырырға
тәҡдим итә
. Ҡайһы бер райондарҙа боҙлауыҡ һәм ҡар юл шарттарын ҡатмарлаштырҙы. Тимәк, йәйге резинаны ҡышҡыға алмаштырырға кәрәк.
Теги:
ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
һауа торошо
томан
Читайте нас: