10:27 (UTC+5), 25 Октября 2016

7 декабрҙә сығарылыш класы уҡыусылары йомғаҡлау иншаһын яҙа

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 25 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 7 декабрҙә Башҡортостанда сығарылыш класы уҡыусылары йомғаҡлау иншаһын яҙа. Өс йыл инде ошо эш Берҙәм дәүләт имтиханына рөхсәт булып тора, инша яҙыуҙа ҡатнашыу өсөн ғаризалар 23 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Быйылғы сығарылыш класы уҡыусылары үҙҙәре белем алған мәктәптә теркәү үтә. Уҙған йылдарҙа мәктәп тамамлаусылар төбәктең мәғариф менән идара итеү органы билдәләгән урындарға ғариза бирергә тейеш.
Насар һөҙөмтә күрһәткән, билдәле сәбәптәр арҡаһында имтиханға килә алмаған йәки эшен эшләп өлгөрмәгән уҡыусылар 2017 йылдың 1 февралендә һәм 3 майында ижади эште ҡабаттан яҙа ала, тип хәбәр итә Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Ведомство Федераль педагогик үлсәүҙәр институты белгестәре әҙерләгән инша яҙыу буйынса методик тәҡдимдәр баҫтырып сығарҙы. Улар Федераль педагогик үлсәүҙәр институтының сайтында һәм Берҙәм дәүләт имтиханының рәсми мәғлүмәт порталында ла бирелгән.
Иншаның тематик йүнәлештәре август аҙағында уҡ билдәле булды: «Аҡыл һәм хис-тойғо»; «Намыҫ һәм намыҫһыҙлыҡ»; «Еңеү һәм еңелеү»; «Тәжрибә һәм хаталар»; «Дуҫлыҡ һәм дошманлыҡ».
Уҡыусыларға инша яҙыу өсөн 3 сәғәт 55 минут ваҡыт бирелә. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән ҡатнашыусылар өсөн ваҡыт 1,5 сәғәткә арттырыла. Улар инша урынына йомғаҡлау изложениеһын яҙырға хоҡуҡлы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика