12:29 (UTC+5), 24 Октябрь 2016

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының әүҙем ағзалары Силәбелә Аҡмулла көндәрендә ҡатнашты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының әүҙем ағзалары Силәбе өлкәһендә бөйөк шағир һәм мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 185 йыл тулыуҙы байрам итеүҙә ҡатнашты. Делегацияны ҡоролтай рәйесе Әмир Ишемғолов етәкләне. Тантана сиктәрендә Силәбе һәм Мейәс ҡалаларында саралар уҙҙы.
Көньяҡ Уралдың баш ҡалаһында Силәбе һәм Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының әүҙем ағзалары осрашты. Ҡала йыйылышы ултырышында Башҡарма комитет ағзаларын яңынан һайлау үткәрелде. Рәйес итеп Сәхрәгөл Ғатауллина ҡайтанан һайланды. Осрашыу Силәбе, Копейск һәм Өфө ҡалаларының һәүәҫкәр артистарының концерты менән тамамланды.
Әмир Ишемғолов «Ҡурай» өлкә башҡорттары ҡоролтайының эшенә баһа бирҙе һәм ошо ойошманың яңы рәйесе Фәриҙә Баймөхәмәтова менән таныштырҙы.
«Рухи мәҙәниәт, ғөрөф-ғәҙәттәр туған тел аша күсә. Шуға күрә Силәбелә башҡорт теле уҡытылған мәктәптәр асылыуын теләйбеҙ. Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығында Рәсәй халыҡтары телдәренең береһе уҡытылған мәктәптәр өсөн махсус уҡыу планы әҙерләнгән. Теләүселәр генә булһын», — тип билдәләне Әмир Ишемғолов.
Башҡортостан дәреслектәр һәм белгестәр менән ярҙам итергә әҙер, тип хәбәр итте Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе. Ул республикала даими рәүештә олимпиадалар, конкурстар уҙғарылыуы, туған телде өйрәнеүгә йүнәлтелгән йәйге һауыҡтырыу лагерҙары ойошторолоуы хаҡында һөйләне.
Сығыштарҙан һуң ултырышта ҡатнашыусылар ойошмаларҙың эшен яҡшыртыу буйынса һорауҙар бирҙе һәм тәҡдимдәр индерҙе. Һуңынан Силәбе өлкәһендәге иң яҡшы үҙешмәкәр коллективтарҙың ҙур концерты булды. Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары Әлфиә Кәлимуллина һәм Миңлеғәфүр Зәйнетдинов Башҡортостандан музыкаль бүләк алып килгәйне.
Мейәстә ҡаланың башҡорт йәмәғәтселәре менән осрашыу үтте. Активистар М.Аҡмулланың ҡәберенә сәскәләр һалды.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика