10:42 (UTC+5), 21 Октября 2016

Өфөлә мәғариф мәсьәләләренә арналған Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһе уҙа

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 27 октябрҙә «Федераль дәүләт белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыу» темаһы буйынса Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһе асыла. Форум Конгресс-холда уҙа. Бында Рәсәй эсперттары ҡатнашлығында пленар ултырыш һәм секциялар эше ойошторола. Улар араһында Рәсәй мәғариф академияһы президенты урынбаҫары Виктор Басюк, А.С.Пушкин исемендәге дәүләт рус теле институты ректоры Маргарита Русецкая, «Царицыно» белем биреү үҙәге директоры Ефим Рачевский, Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының мәғариф өлкәһендә дәүләт сәйәсәте департаменты директоры Анастасия Зырянова бар. Сарала Санкт-Петербург, Краснодар крайы, Иркутск өлкәһе, Чечен Республикаһы, Байкал аръяғы крайы вәкилдәре ҡатнаша.
28 октябрҙә эксперттар майҙансығы ҡаланың 39-сы һәм 3-сө гимназияларында, 45-се һәм 159-сы дөйөм белем биреү мәктәптәрендә, М.С.Пинский исемендәге 83-сө инженерҙар лицейында эшләүен дауам итә. Форумға Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтында йомғаҡ яһала.
26 октябрҙә «Башинформ» агентлығында ошо сараға арналған матбуғат конференцияһы була. Брифингта Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова, министрҙың беренсе урынбаҫары Айбулат Хажин, Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов ҡатнаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика