11:11 (UTC+5), 21 Октябрь 2016

Баш ҡалала 50 ҡатын-ҡыҙға «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 21 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 21 октябрҙә Республика Хөкүмәте йортонда күп балалы әсәләрҙе бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Республиканың 20-нән ашыу ҡала һәм райондарынан килгән 50 ҡатын-ҡыҙ Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Салауат Сәғитов ҡулынан «Әсәлек даны» миҙалдарын алды. Улар араһында хужабикәләр, эшҡыуарҙар, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, почтальондар, ауыл эшсәндәре, сауҙа хеҙмәткәрҙәре бар.
Был награда Башҡортостанда 1998 йылдан булдырыла. Ул биш һәм унан күберәк балаға ғүмер бүләк иткән гүзәл заттарға тапшырыла.
«Әсәлек даны» миҙалы — үҙенсәлекле бүләк. Уны алыу өсөн үҙ тармағыңда тырыш, оҫта, талантлы булыуҙан тыш, тәү сиратта оло йөрәкле булыу мөһим. Һеҙ барығыҙ ҙа ошо сифаттарға эйә. 1998 йылдан алып республикабыҙҙа 12 мең ҡатын-ҡыҙ ошо абруйлы награда менән бүләкләнгән. Бөгөндән башлап һеҙ уларҙың рәтендә», — тине Салауат Сәғитов, миҙалдарҙы тапшырып.
Ул ҡатын-ҡыҙҙарға халыҡ шағиры Мостай Кәримдең: «Өс мөғжизә мине әсир итте — Ер, йәнә күк, йәнә ҡатын кеше» тигән шиғыр юлдары менән мөрәжәғәт итте.
Илеш районының Абдулла ауылынан хужабикә Лилиә Рауилова ғүмерен биш бала тәрбиәләүгә арнаған. Өлкән улы 16 йәштә, кесеһенә тиҙҙән ике йәш тула. «Был бүләк — донъябыҙҙа әсәлекте дәүләт кимәлендә таныу ул. Кем бала табырға теләй, кем балаларҙы ярата, уларға кәртәләр юҡ. Әсә булыу — тәбиғәттән бирелгән булмыш ул», — тип тәьҫораттары менән бүлеште Лилиә Рауилова.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика