06:18 (UTC+5), 20 Октября 2016

«Рәсәй Башҡортостан» телеканалы алып барыусыһы Айгөл Кантюкова «ТЭФИ Төбәк» 2016 конкурсының финалына сыҡты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. «Рәсәй Мәҙәниәт Башҡортостан» телеканалы етәксеһе, билдәле алып барыусы Айгөл Кантюкова «Мәғлүмәт тапшырыуы алып барыусыһы» номинацияһында «ТЭФИ Төбәк» 2016 конкурсының финалына сыҡты. Тантана 19 октябрҙә Бөйөк Новгород ҡалаһында үтте.
XV Бөтә Рәсәй телевизион бәйгеһенең финалы 22-25 ноябрҙә Өфөлә уҙа. Төп бүләк — скульптор Эрнст Неизвестныйҙың бронзанан яһаған «Орфей» статуэткаһы. Ул бөтә лауреаттарға ла тапшырыла.
Быйыл конкурсҡа 167 телекомпаниянан 545 эш тәҡдим ителде.
Ижади бәйге 19 номинация буйынса уҙғарыла, улар «Мәғлүмәт тапшырыуҙары» һәм «Танып белеү һәм һәм күңел асыу тапшырыуҙары» йүнәлештәренә бүленә.
Конкурсты Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ ярҙамында «Рәсәй телевидениеһы академияһы» фонды үткәрә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика