07:52 (UTC+5), 19 Октябрь 2016

Республика табиптары илдәге иң яҡшы терапевтарҙың тәүге рейтингына инде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан табиптары илдәге иң яҡшы терапевтарҙың тәүге рейтингына инде. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Ольга Голодец, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова һәм «Юғары иҡтисад мәктәбе» милли тикшеренеү университеты етәкселеге ҡатнашлығындағы презентация барышында тикшеренеү һөҙөмтәләре иғлан ителде.
Тикшеренеүҙә 80 миллион самаһы кешене хеҙмәтләндергән поликлиникалар ҡатнашты. Яҡынса 47 мең терапевтың һәм дөйөм практика табибының эш һөҙөмтәләре баһаланды. Рейтингка 37 мең самаһы белгес ингән.
Рейтингтың маҡсаты — сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеүгә стимул биреү генә түгел. Артабан уның һөҙөмтәләре табиптарҙы матди дәртләндергән саҡта иҫәпкә алынырға мөмкин.
Рәсәйҙең иң яҡшы 500 терапевы исемлегенә илдең 69 төбәгенән табиптар ингән. Башҡортостандан 15 белгес бар. Улар араһында — Өфөнән алты (18-се ҡала клиник дауаханаһы, 47-се, 50-се, 52-се поликлиникалар), Стәрлетамаҡтан дүрт (2-се ҡала дауаханаһы, 3-сө ҡала клиник дауаханаһы, 1-се клиник дауаханаһы), Нефтекаманан ике, шулай уҡ Бәләбәйҙән, Туймазынан, Асҡарҙан берешәр табип.
Вице-премьер Ольга Голодец башҡа табиптар буйынса ла ошондай рейтингтар төҙөргә тәҡдим итте. Киләсәктә уларҙың уҡытыусылар һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн дә төҙөлөүе ихтимал.
Рейтинг Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында баҫылған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика