07:00 (UTC+5), 19 Октябрь 2016

Өфө ғалимдары Силәбе башҡорттарының антропологияһын өйрәнгән

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Силәбе башҡорттары — Өфө ғалимдарының иғтибар үҙәгендә. Белгестәр бикәтин, һалйот, һеңрән, терһәк һәм һырҙы ырыуҙары буйынса мәғлүмәттәр йыйыу өсөн Силәбе өлкәһенең Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондарына барып ҡайтты. Был хаҡта «Шәжәрә» Башҡортостандың тарихи мираҫын өйрәнеү үҙәгенең ғилми хеҙмәткәре, социология фәндәре кандидаты Илгиз Солтанморатов хәбәр итте.
Экспедиция ваҡытында Башҡортостан ғалимдары бер нисә тапҡыр Ҡоншаҡ районының Хәлит, Баязит, Әшир, Ҡомкүл һәм Арғаяш районының Аяҙғол, Ҡорман ауылдары халҡы менән осрашты. Илгиз Солтанморатов әйтеүенсә, бикәтиндәрҙе табыу ауырыраҡҡа тура килгән, сөнки «Маяҡ» комбинатында булған авария һөҙөмтәһендә уларҙың ауылдары күсерелгән. Әммә ырыуҙың вәкиле табылды. Нәзимә Истамғолова (Мөхибуллина) ғалимдарҙы милли кейемдә ҡаршы алды. Ул ата-бабаларының ғөрөф-ғәҙәттәрен хөрмәт итә.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, тупланған материал «Башҡорт ырыуҙары тарихы»ның 19-сы томына инә. Китап йыл аҙағында баҫылып сығырға тейеш, тип хәбәр иттеләр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәтендә.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика