10:58 (UTC+5), 19 Октября 2016

Баш ҡалаға ислам конференцияһына Марокко, Малайзия, Иордания ғалимдары килә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә «XXI быуаттың мәғариф киңлегендә ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре» тип аталған халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция ойошторола. 9-10 ноябрҙә үтәсәк форумға Марокко, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Мысыр, Малайзия, Ираҡ, Иордания, Тунис һәм Төркиә ғалимдары килә.
Ойоштороусылар — Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты, Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Рәсәй ислам университеты, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет. Конференция мосолман мәғарифы үҫешенә булышлыҡ итеү федераль проекты сиктәрендә уҙғарыла. Абруйлы ҡунаҡтар араһында, ғалимдарҙан тыш, төрлө илдәрҙең мөфтөйҙәре лә бар.
Пленар ултырыштарҙың темаһы: «Хәҙерге заман ислам мәғарифы», «Донъяла ислам мәғарифының киләсәге», «Исламдың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәренең роле». Форум барышында түңәрәк өҫтәлдәр үткәреү ҡаралған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика