ӨФӨ, 2016 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлсәсәк Ханнанова/. Мәскәүҙең «Выставочная» метро станцияһында «Мосметрострой» компанияһының юбилейына арналған «85 йыл уникаль тәжрибә» тип аталған экспозиция
асылды. Ул ер аҫты төҙөлөшөнөң күп йыллыҡ тарихы, шул иҫәптән быға тиклем аҙ билдәле булған тарихи факттар менән таныштыра. Башҡортостан экспозицияһынан мәскәүҙәр метрополитендың тәүге сиратын төҙөү өсөн республиканың тәүҙә Ҡалтасы, хәҙер иһә Краснокама районы үҙәге Николо-Берёзовка ауылынан биш меңгә яҡын кешенең килеүе хаҡында белде.