12:16 (UTC+5), 17 Октября 2016

Республика табиптары Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығынан профессионализм өсөн наградалар алды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостандан дүрт табип, «Йылдың иң яҡшы табибы» XVI Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсы лауреаттары, «Архангельское» музей-усадьбаһында уҙған тантанала үҙҙәренең наградаһын алды. Ошо хаҡта Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 1-се республика клиник психиатрия дауаханаһы табибы Наталья Тулбаева «Иң яҡшы психиатр» номинацияһында абсолют еңеүсе булды. Уның хеҙмәттәше, Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының 2-се терапия бүлеге мөдире Виктор Лузин «Иң яҡшы терапевт» номинацияһында беренсе урын яуланы.
«Иң яҡшы кардиолог» номинацияһында икенсе урынды Өфөләге 13-сө ҡала клиник дауаханаһы табибы Аэлита Губаева алды. «Махсус номинация»ла Республика балалар клиник дауаханаһының яңаҡ-бит хирургияһы бүлеге мөдире, яңаҡ-бит хирургы Наил Дәүләтшин икенсе урын яуланы. Ул балаларҙың иренендәге һәм аңҡауындағы етешһеҙлектәрҙе төҙәтеү йәһәтенән ҡатмарлы операциялар яһай, «Йылмайыу» операцияһы» хәйриә проектында ҡатнаша.
Быйыл Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, «Медицинская газета» һәм медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ойошторған иң яҡшы табиптар һәм фармацевтар конкурсы 36 номинация буйынса уҙғарылды һәм өс этапта үтте. Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова әйтеүенсә, конкурсҡа былтырғы менән сағыштырғанда 81-гә күберәк ғариза килгән — илдең 48 төбәгенән 658 эш.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика