ӨФӨ, 2016 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлсәсәк Ханнанова/. «Мосметрострой» компанияһы ойошторолоуға 85 йыл тулыу уңайынан Краснокама районының Николо-Берёзовка ауылында Башҡортостан метро төҙөүселәренә арналған мемориаль таҡтаташ
асылды. Краснокама районының яҙмышы Мәскәүҙә метро төҙөүҙең тәүге йылдары менән тығыҙ бәйләнгән. 1935 йыда Николо-Берёзовка һәм тирә-яҡтағы ауылдарҙан биш меңгә яҡын кеше ҙур төҙөлөшкә ярҙам ҡулы һуҙа. Тап уларҙың хеҙмәте арҡаһында «Сокольники», «Красносельская», «Комсомольская», «Красные Ворота» һәм башҡа станциялар төҙөлә.