07:28 (UTC+5), 17 Октябрь 2016

Башҡортостан һылыуҡайы «Донъя илсеһе» титулына лайыҡ булды

«Мисс Башкортостан» модель агентлығы сайтынан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. «Мисс Башкортостан» агентлығы моделе Галина Лукина Көньяҡ Кореяла барған «Miss Global Beauty Queen 2016» халыҡ-ара конкурсында «Донъя илсеһе» титулын яуланы.
Быйыл Сеул төрлө илдәрҙән һәм ҡитғаларҙан 50 ҡатнашыусыны ҡабул итә. Республика һылыуҡайҙарының береһе Галина Лукина ошо абруйлы матурлыҡ конкурсында тәүге тапҡыр Башҡортостан исеменән сығыш яһай.
Уның әйтеүенсә, Көньяҡ Корея бик ҡунаҡсыл ил. Ул шулай уҡ конкурстың юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне.
Башҡортостан ҡыҙы дефиле конкурсында башҡорт дизайнеры Альбина Жерлицына теккән милли кейемде күрһәтте. Ул сағыу ижади фестивалдә лә ҡатнашты, Корея провинцияларында һәм ошо илдең Хөкүмәт йортонда ла булды.
«Донъя илсеһе» титулынан тыш, Галина «Мисс Талант» исемлегенә инде. Бәйгегә 26 октябрҙә йомғаҡ яһала.
Галина Лукина Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Һөнәре буйынса иҡтисадсы, модель бизнесы өлкәһендә эшләй. Төрлө гүзәллек конкурстарында еңеүсе исемен яулаған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика