06:01 (UTC+5), 14 Октября 2016

Республикала берҙәм мәғлүмәт-мәғариф киңлеген булдырырға ниәтләйҙәр

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 14 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда йәмәғәт үҙәктәре ярҙамында берҙәм мәғлүмәт-мәғариф киңлеген булдырыу планлаштырыла. Республиканың Мәғлүмәтләштереү һәм «Асыҡ Республика» системаһының эш итеүе мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты 2015 йылдан йәмәғәт үҙәктәрен асыу һәм уларҙы үҫтереү буйынса эшмәкәрлек алып бара. Ойоштороусылар фекеренсә, проект халыҡҡа мәғлүмәт, хеҙмәт һәм белем алырға мөмкинлек бирә.
Йәмәғәт үҙәктәрен булдырыу буйынса эш ҡыҙыҡһыныу белдергән ведомстволар ярҙамында һәм бюджет аҡсаһын йәлеп итмәйенсә дәүләт-шәхси партнерлыҡ формаһында тормошҡа ашырыла. Уның үҙенсәлеге шунда, тип белдерә ойоштороусылар. Республикала 60 йәмәғәт үҙәге эшләй, уларҙың маҡсаты — электрон мәғлүмәттәр алыу мөмкинлеге булмаған кешеләргә — пенсионерҙарға, эшһеҙҙәргә, алыҫ райондарҙағы уҡыусыларға һәм халыҡтың башҡа категорияларына ярҙам итеү. Бында Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталы тәҡдим иткән сервистарҙы үҙләштерергә, edu.bashkortostan.ru республика порталында электрон уҡытыу үтергә, электрон китапханалар, Халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре ресурстарына рөхсәт алырға була. Техниканы үҙләштереүҙә һәм кәрәкле мәғлүмәт эҙләүҙә махсус уҡытылған хеҙмәткәрҙәр ярҙамға килә.
Йәмәғәт үҙәктәре Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһында, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала, бөтә район китапханаларында асыла. Әле Октябрь районындағы Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә йәмәғәт үҙәктәренең яңы моделен һынау бара.
«Үҙәктә тест үтергә, психолог менән кәңәшләшергә, резюме тултырыуҙа һәм порталдарҙа эш эҙләүҙә ярҙам алырға мөмкин, — тип һөйләне Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Фәнүр Шәйхисламов. — Ошо ведомство-ара эш Хеҙмәт министрлығына өҫтөнлөктәр бирә. Беҙ эшһеҙ кешеләрҙең конкурентлыҡ һәләте артыуын көтәбеҙ».
Йәмәғәт үҙәктәре ноябрь аҙағында Электрон белем биреү буйынса совет ултырышын үткәргәндән һуң әүҙем эшләй башлаясаҡ.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика