Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.13
+0.02
24+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Октябрь 2016, 15:35

Башҡорт йәштәре форумы күрше төбәктәрҙәге милләттәштәребеҙҙе берләштерәсәк

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты
ӨФӨ, 2016 йыл, 14 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Киләһе йылда «Башҡорт йәштәре дуҫтарын йыя» асыҡ форумы Илеш районында ойошторола. Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш өлөшөнә күсеү Татарстандан һәм Пермь крайынан йәштәрҙе йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк, тип хәбәр итә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте.
Ойошма рәйесенең беренсе урынбаҫары Вельмир Аҙнаев белдереүенсә, Илеш районынан һуң эстафетаны Салауат районына тапшырыу күҙаллана. Был осраҡта Свердловск, Ҡурған һәм Силәбе өлкәләренән ҡунаҡтарҙы ҡабул итергә мөмкин.
Быйыл «Башҡорт йәштәре дуҫтарын йыя» асыҡ форумы Баймаҡ районындағы Граф күле буйында үтте. Конференцияның маҡсаты — үҙеңдең һәләтеңде күрһәтеү, фекерҙәштәр табыу өсөн майҙансыҡ булдырыу.
Читайте нас: