05:48 (UTC+5), 13 Октября 2016

Өфөләге «Еңеү» кинотеатрында скульптура тергеҙелә

Өфө хакимиәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 13 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөләге «Еңеү» кинотеатрында скульптура тергеҙелә. Бина алдындағы «Азат итеүсе яугир, эшсе һәм колхозсы» композицияһы 2000-2001 йылдарҙа реконструкциялағанда емерелгәйне. Хәҙер уны урынына кире ҡайтарырға хәл ителгән.
«Быйыл йәй Беренсе Май урамын төҙөкләндереү башланды. Скульптура һаҡланып ҡалған фотоһүрәттәр һәм һыҙымдар буйынса бағыусылар ярҙамында тергеҙелә. Асыу тантанаһы октябрь аҙағына билдәләнгән», — тип хәбәр иттеләр Калинин районы хакимиәтендә.
«Еңеү» кинотеатры 1945 йылдың 9 майында картуф баҫыуы урынында немец әсирҙәре көсө менән төҙөлә башлай. 1958 йылда ул киң экранлыға әүерелә, 2001 йылда цифрлы ҡорамалдар менән йыһазландырыла.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика