11:15 (UTC+5), 12 Октября 2016

Краснодарҙа Республика көнөн милли йыр-моңдар менән билдәләнеләр

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 12 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Краснодарҙа Башҡортостан Республикаһы көнө киң билдәләнде. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ҡумыҙҙа, ҡурайҙа һәм баянда милли көйҙәрҙе башҡарҙы. Был хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Краснодар крайының «Ағиҙел-К» башҡорт милли үҙәге ойошторған тантана барышында урындағы милли мәҙәниәт үҙәгендә үҙәк башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышы уҙҙы. Унда Анапа, Абинск, Армавир, Ейск, Крымск ҡалаларындағы башҡорт йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, шулай уҡ Адыгей Республикаһынан һәм Ростов өлкәһенән саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты.
Сәләмләү һүҙе менән Өфө ҡунағы — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкиле Алһыу Сирғәлина сығыш яһаны. Ул республиканың 100 йыллығына әҙерлек сиктәрендә йәмәғәт ойошмаһының эш йүнәлештәрен билдәләне.
Ултырышта Краснодар крайында Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайының филиалын асырға һәм илдең көньяғындағы башҡорттарҙың зона ҡоролтайын булдырырға хәл ителде.
Байрам мәҙәни программа менән тамамланды, унда Краснодарҙың һәм Анапаның үҙешмәкәр артистары ҡатнашты.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика