12:27 (UTC+5), 12 Октября 2016

Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған өс ойошмаһы Рәсәй Президентының 8 миллион һумлыҡ грантын аласаҡ

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 12 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған өс ойошмаһы 2016 йылда Рәсәй Президентының гранттарын тапшырыу буйынса өсөнсө асыҡ конкурс йомғаҡтары ярашлы социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн финанслау аласаҡ. Атап әйткәндә, 3 миллион һумлыҡ грантты Йәмәғәт башланғыстарына ярҙам итеү төбәк йәмәғәт ойошмаһы отто. Аҡса Башҡортостандың социаль өлкә учреждениелары күрһәткән хеҙмәт сифатын бойондороҡһоҙ баһалауға йүнәлтелә.
Еңеүселәр иҫәбендә республиканың Хәйриә ойошмалары ассоциацияһы ла бар. Ошо коммерцияға ҡарамаған партнерлыҡ «Уңайлы белем биреү» проектын тормошҡа ашырыу өсөн 2 миллион һум аласаҡ.
Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының «Хеҙмәт кешеһе һәм закон» проектын тормошҡа ашырыу өсөн 3 миллион һум самаһы бүленә. Әлеге проект халыҡта күләгәле мәшғүллеккә ҡарата кире мөнәсәбәт булдырыуға, республикала йәшәүселәрҙең хоҡуҡи мәҙәниәт кимәлен күтәреүгә йүнәлтелә. Хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштереүгә йүнәлтелгән проектты тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡатнаша.
Операторҙар 814 ғаризаны ҡарап, 138 проектты һайлап алған. Еңеүселәрҙең тулы исемлеге менән конкурстың сайтында танышырға мөмкин. Башҡа операторҙар өсөнсө конкурстың һөҙөмтәләрен 17 һәм 24 октябрҙә иғлан итә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика