Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Октябрь 2016, 11:04

Башҡортостанда «Алтын бишек» телевизион конкурсы еңеүсеһе билдәләнде

ӨФӨ, 2016 йыл, 12 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. 11 октябрҙә «Рәсәй 1 Башҡортостан» телеканалында «Алтын бишек» телевизион конкурсы еңеүсеһе билдәләнде. Тамашасылар Миәкә районы Сәфәр ауылына өҫтөнлөк бирҙе. Ошо ауыл өсөн 11468 смс-хәбәр килде. Төп бүләк — ауыл клубы өсөн музыкаль аудиосистема һәм плазмалы телевизор тап шунда юллана.
Икенсе урынды Дәүләкән районының Иҫке Яппар ауылы (8540 смс-хәбәр) яуланы. Өсөнсөлә — Баймаҡ районының Мерәҫ ауылы (7639 хәбәр).
Еңеүселәр «Рәсәй 1 Башҡортостан» телеканалының «Хәйерле иртә, республика» тапшырыуында билдәле булды.
«Бәйгегә йомғаҡ яһап, шуны әйтергә мөмкин: ауыл бөтмәй, ул, киреһенсә, сәскә ата. Ауыл ерендә эш һөйгән һәм тырыш кешеләр йәшәй. Улар тыуған төйәген ярата, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлай, быға йәш быуынды ла йәлеп итә. Беҙҙең редакция тәүге тапҡыр ошондай бәйге үткәрҙе. «Алтын-Бишек»тең ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыуын күреп, артабан да ошондай акциялар уҙғарырбыҙ, тип уйлайым», — тине Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы филиалының милли тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе Вилдан Ғәлин.
«Алтын-Бишек» республика телевизион конкурсы Башҡортостан ауылдарында иң яҡшы традицияларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, туған телде һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында ойошторолған.
Читайте нас: