10:19 (UTC+5), 10 Октября 2016

Өфө журналисы бер йәйҙә бөтә республиканы тиерлек урап сыҡҡан һәм «Trekkingmania» проектында иң яҡшыһы исеменә лайыҡ булған

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфө журналисы Елена Колоколова дүрт ай эсендә үҙенең ғаиләһе — тормош иптәше һәм дүрт йәшлек улы менән бөтә Башҡортостанды тиерлек урап сыҡҡан һәм «Trekkingmania» әүҙем ял яратыусылар өсөн күләмле проект призеры булған. Уйынды Өфө сәйәхәтселәре Анна һәм Роберт Вәлиевтар ойошторған. Ҡатнашыусылар туризм, экология, ҡала, саралар, әүҙемлек категорияларына ҡараған эштәрҙе башҡарып, улар өсөн балл йыйырға тейеш булған. Уйында еңеп сығыу өсөн Өфөләге иҫтәлекле урындарҙы фотоға төшөрөү, Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе буйлап походтарға сығыу, спорт менән шөғөлләнеү, ҡалала һәм унан ситтә экологик хәлде яҡшыртыу шарты ҡуйылған.
Проект 18 майҙа башланған, 1 октябрҙә тамамланған. Уйында 200-гә яҡын команда ҡатнашыу теләген белдергән. Ойоштороусылар тәҡдим иткән 170 эште бер кем дә башҡарып сыға алмаған. Өфөнән Азамат Сәйәхетдинов һәм Эльвира Хадимуллина 168 эште үтәп, иң күп балл йыйған. Икенсе урында — «Йәмәғәт электрон гәзите» журналисы Елена Колоколова. Өсөнсөлә — профессиональ туристар Дарья һәм Максим Струговтар.
«Беҙ проектҡа июнь айында ҡушылдыҡ. Тәүҙә ҡыҙыҡһыныу ғына булды, һәр эште башҡарған һайын ҡомар уянды. Ошо ваҡыт эсендә ғаиләбеҙ менән 167 эште үтәнек, Башҡортостандағы һәм Силәбе өлкәһендәге 63 туристик объектта булдыҡ, Өфөләге барлыҡ иҫтәлекле урындарҙа фотоға төштөк, республикабыҙҙың иң матур урындарын күрҙек», — тип һөйләне Елена Колоколова.
Шулай уҡ «Trekkingmania» уйынында ҡатнашыусылар 129 туҡталҡаны таҙартҡан, 114 килограмм макулатура тапшырған, 15 ағас ултыртҡан.
Беренсе урын яулаған пар — Азамат һәм Эльвира — уйын башланғанда саҡ осраша башлаған. «Trekkingmania» проекты уларҙың хис-тойғоларын тикшереү сараһы ла булған, еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында егет ҡыҙға тәҡдим яһаған. Ҡатнашыусылар фекеренсә, уйын уҙған йәйҙең иң иҫтәлекле ваҡиғаһы булып хәтерҙәрендә ҡалған. Ойоштороусылар призерҙарға ҡиммәтле бүләктәр тапшырған. Киләһе йылда проекттың икенсе миҙгеле планлаштырылған.
1 из 12
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика