06:16 (UTC+5), 07 Октября 2016

Рөстәм Хәмитов йөрәк сирҙәре буйынса I Рәсәй форумында ҡатнашыусылар менән осрашты

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 7 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 6 октябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй медицина фәндәре академияһы академигы Ренат Аҡсурин, Йөрәк ауырыуҙарын өйрәнеү буйынса милли ойошма рәйесе Сергей Терещенко, Профилактик медицина дәүләт фәнни-тикшереү үҙәге директоры Сергей Бойцов, Белоруссия медицина фәндәре академияһы академигы Юрий Островский һәм Рәсәй геронтология фәнни-клиник үҙәге директоры Ольга Ткачёва менән осрашты. Улар Өфөләге Конгресс-холда уҙғарылған йөрәк сирҙәре буйынса I Рәсәй форумында ҡатнашты.
Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеү һәм дауалау, республикала берҙәм кардиология хеҙмәтен булдырыу, юғары технологиялы медицина хеҙмәттәре спектрын киңәйтеү һәм Башҡортостандың алыҫ райондарында медицина ярҙамын күрһәтеү системаһын камиллаштырыу мәсьәләләре тикшерелде.
– Алға барырға тырышабыҙ: эшләйбеҙ, финанслайбыҙ, ойошторабыҙ, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалайбыҙ. Эштәр һәйбәт килеп сыға. Беҙ кардиология диспансеры белгестәре һәм эксперттары менән эшләйбеҙ. Кешеләрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалырға кәрәк. Был – иң мөһиме, – тине Рөстәм Хәмитов. – Туғыҙ ай эсендә беҙ уҙған йыл менән сағыштырғанда 1,5 мең кешегә аҙыраҡ юғалттыҡ. Һаулыҡ һаҡлауҙың бөтә йүнәлештәре буйынса әүҙем эшләгәнебеҙ өсөн байтаҡ ғүмер һаҡлап ҡалынды.
Һуңғы өс йылда республикала юғары технологиялы операциялар һаны өс тапҡырға артты, тип билдәләне республика Башлығы. Йыл һайын ошо маҡсатта ҡаҙнанан 1 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтелә.
– Бынан тыш, кардиология диспансерын реконструкциялау күҙаллана. Заманса операция залдары, ҡорамалдар булған комплекс төҙөйәсәкбеҙ. Ике-өс йыл эсендә ошо эште башҡарып сығырға тейешбеҙ. Әле проектлау бара, – тип һөйләне Рөстәм Хәмитов.
Ғалимдар менән бергә Урал аръяғында кардиология хеҙмәтен булдырыу мәсьәләһе тикшерелде. Төбәк етәксеһе Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ошо теманы өйрәнергә ҡушты.
Ғалимдар фекеренсә, бөгөн Башҡортостан илдә һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренә, шул иҫәптән кардиология хеҙмәтен булдырыуға ҙур иғтибар бүленгән алдынғы төбәк булып тора.
– Шундай ярҙам булдырыу ике йыл эсендә йөрәк сирҙәренән үлем кимәлен 25 процентҡа түбәнәйтергә мөмкинлек бирәсәк. Дауаханаға һалыу осраҡтары кәмейәсәк, һаулыҡ һаҡлауға йөкләмә 15 процентҡа түбәнәйәсәк, – тине Йөрәк ауырыуҙарын өйрәнеү буйынса милли ойошма рәйесе Сергей Терещенко. – Ошондай ярҙам булдырыу буйынса үҙ өҫтөгөҙгә ҙур яуаплылыҡ алғанығыҙ өсөн рәхмәт! Киләсәктә һеҙгә бөтә илдән тәжрибә уртаҡлашырға килерҙәр, тип уйлайым.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика