ӨФӨ, 2016 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостандағы 12 гимназия һәм лицей илдең иң яҡшы 500 белем биреү ойошмаһы исемлегенә инде. Улар 2015-2016 уҡыу йылында юғары һөҙөмтәләр күрһәтте. Мәктәптәрҙең исемлеге Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы
сайтында баҫылған.