17:31 (UTC+5), 05 Октябрь 2016

Төбәктә 970 мең самаһы кеше киҙеүгә ҡаршы прививка эшләткән

ӨФӨ, 2016 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда 970 мең самаһы кеше киҙеүгә ҡаршы прививка эшләткән. Ләкин Иҫкәртеү прививкаларының милли календарына ярашлы республикала 1,2 миллион кешегә, шул иҫәптән 300 мең балаға прививка яһау планлаштырылған. Федераль ҡаҙна иҫәбенә төбәккә өс партия вакцина килтерелгән.
«Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә төбәк бюджеты аҡсаһына 9,5 мең доза «Гриппол плюс» вакцинаһы һатып алынған, тип аңлатма бирҙеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Халыҡты иммунизациялау өсөн һәр муниципаль берәмектә табиптар бригадаһы булдырылған. Улар кәрәкле ҡорамалдар һәм бер тапҡыр ҡуллана торған шприцтар менән тәьмин ителгән. Медицина учреждениеларында амбулатор һәм стационар ярҙам күрһәтеү өсөн вирусҡа ҡаршы препараттар, 610 үпкәне яһалма елләтеү аппараты һәм 470 пульсоксиметр бар.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләүҙең 18 меңдән ашыу осрағы теркәлгән, киҙеү йоҡтороу осрағы юҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика