11:41 (UTC+5), 04 Октября 2016

Өфөлә иң оҫта бейеүселәргә тәүге бейеү премияһы тапшырыла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2016 йыл, 4 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 23 октябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Russian Dance Awards 2016» беренсе бейеү премияһы тапшырыла. Был көндә ҡаланың иң яҡшы бейеү коллективтары һәм бейеүселәре бер сәхнәлә сығыш яһай. Иң яҡшылары исеменә төрлө йәштәге, йүнәлештәге һәм әҙерлекле башҡарыусылар дәғүә итә ала. Еңеүселәр «Иң яҡшы бейеү» (өлкәндәр), «Иң яҡшы бейеү» (балалар), «Иң яҡшы бейеү дуэты», «Иң яҡшы бейеү видеояҙмаһы» номинацияларында билдәләнә.
Хәҙер ҙә ҡатнашыу өсөн ғариза бирергә мөмкин, тип хәбәр итә ойоштороусылар. Әлеге ваҡытта тамашасылар премияның рәсми сайтында иң яҡшы коллективтар һәм ижади номерҙар өсөн онлайн тауыш бирә. Сығыштарҙың 42 видеояҙмаһы урынлаштырылған. Улар өсөн 20 мең самаһы кеше тауыш биргән дә инде. Тауыш биреү 20 октябрҙә тамамлана, еңеүселәр иһә финал барышында иғлан ителә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика