Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.32
+0.21
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Октябрь 2016, 15:46

«Башҡортостан» милли паркы ҡунаҡтары уның матурлығын баһаланы

Олеся Арамелева, Евгения Сюткина
Олеся Арамелева, Евгения Сюткина
ӨФӨ, 2016 йыл, 3 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Евгения Сюткина/. Мәләүез районында «Башҡортостан» милли паркының 30 йыллығын байрам итеү сиктәрендә «Тәбиғәт. Фән. Мәҙәниәт» тип аталған Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция тамамланды. Уның эшендә ҡурсаулыҡ, тәбиғәт паркы һәм башҡа айырыуса һаҡланыусы биләмә етәкселәре һәм ғилми хеҙмәткәрҙәр ҡатнашты. Атап әйткәндә, Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, Печора-Илыч дәүләт ҡурсаулығы, Ростов дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы, «Белогорье» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, Силәбе өлкәһендәге «Тағанай» милли паркы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар килде.
Юбилей тантаналары программаһында түңәрәк өҫтәлдәр, «Башҡорт Уралы» биосфера резерватының координация советы ултырышы, «Башҡортостан» милли паркы биләмәһе буйлап экскурсиялар, Нөгөш һыу һаҡлағысы буйында бәләкәй генә шыршыларҙан аллея ултыртыу ҡаралғайны.
Ҡурсаулыҡ биләмәләре вәкилдәре «Башҡортостан» тәбиғәт паркының үҙенсәлекле тәбиғәте, Нөгөш һыу һаҡлағысының матурлығы менән һоҡланды.
Нижегород өлкәһенең «Воскресенское Поветлужье» тәбиғәт паркы директоры Алексей Гроза республикала икенсе тапҡыр һәм «Башҡортостан» милли паркы — Волга буйы федераль округында ғына түгел, илдәге иң матур урындарҙың береһе, тип иҫәпләй. Республикабыҙҙың тәбиғәт байлыҡтары — тауҙар, урмандар, һыу ресурстары — бер кемде лә битараф ҡалдырмай.
«Хәҙер «Башҡортостан» милли паркының эшендә йәнлелек һиҙелә. Коллектив тәбиғәтте, биотөрлөлөктө һаҡлау, туризмды үҫтереү менән әүҙем шөғөлләнә. Конференцияла Бөрйән бал ҡорто тоҡомон һаҡлап ҡалыу, ҡурсаулыҡ биләмәһен киңәйтеү тураһында мөһим мәсьәләләр күтәрелде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең ҡануниәт камил түгел, һәм ҡайһы бер мәсьәләне хәл итеү юлының маҡсатлы ярашлы булыуына бер кем дә шикләнмәй, әммә уны юридик яҡтан тормошҡа ашырыу ауыр. Бөрйән бал ҡортон һаҡлап ҡалыу идеяһы бик мөһим. 2021 йылда Башҡортостанда «Апимондия» халыҡ-ара форумын уҙғарыу күҙаллана. Ул республика биләмәһендә умартасылыҡты үҫтереүгә яңы импульс бирәсәк. Милли парктың коллективына артабан да уңыштар теләйем», — тине Алексей Гроза.
Читайте нас: