10:18 (UTC+5), 28 Сентябрь 2016

«Рәсәй Мәҙәниәт Башҡортостан» телеканалы солоҡ балын йыйыу сәнғәте менән таныштыра

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. «Рәсәй Мәҙәниәт Башҡортостан» телеканалы «Мәҙәни миҙгел — Башҡортостан буйлап сәйәхәт» проектының сираттағы серияһын тәҡдим итә. Ул «Ҡырағай бал» тип атала һәм киң танылған Бөрйән балына арналған. Тапшырыу 30 сентябрҙә иртәнге сәғәт 8-ҙә эфирға сыға.
Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы филиалы журналистары «Шүлгәнташ» ҡурсаулығында солоҡ балын йыйыу мәлен төшөргән. «Республикабыҙҙа солоҡ умартасылығының һүнмәүен, киреһенсә, ҡурсаулыҡ менән сиктәш биләмәлә сәскә атыуын үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша программаның авторы һәм алып барыусыһы Айгөл Кантюкова. — Сөнки Бөрйән районы донъяла ошо үҙенсәлекле һәм боронғо шөғөл һаҡланып ҡалған берҙән-бер төбәк. Солоҡсолар тап ошонда йәшәй. Уларҙың тәжрибәһен үҙләштереү өсөн сит илдәрҙән дә киләләр».
Тапшырыуҙа шулай уҡ Көньяҡ Уралдың һоҡланғыс тәбиғәтен күрергә мөмкин, тип хәбәр иттеләр редакцияла.
Программа 3 октябрҙә киске сәғәт 11-се 15 минутта ҡабатлап күрһәтелә.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика