04:55 (UTC+5), 27 Сентябрь 2016

Өфөнән тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы «Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы-2016» конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһай

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөнән тарих, йәмғиәтте өйрәнеү һәм экология уҡытыусыһы Сергей Переверзев Һамарҙа «Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы-2016» конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһай. Йола буйынса, педагогик оҫталыҡ бәйгеһе бынан алдағы еңеүсенең тыуған төйәгендә уҙғарыла. Былтыр илдең иң яҡшы уҡытыусыһы исеменә Һамар вәкиле лайыҡ булды.
Сергей Переверзев 159-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡыта. Ул — «Йыл уҡытыусыһы-2016» ҡала һәм республика конкурстары еңеүсеһе. Уның педагогик кредоһы — «Яҡшы уҡытыусы — яҡшы уҡыусы!».
Федераль этаптың тәүге ике туры Һамарҙа уҙа, унда 85 төбәктән уҡытыусылар ҡатнаша. Асыҡ дәрестәрҙең һәм методик семинарҙарҙың тура трансляцияһын интернетта ҡарарға мөмкин.
26 сентябрҙә Сергей Переверзев 10 класта тарих дәресен үткәрҙе. 28 сентябрҙә беренсе турға йомғаҡ яһала һәм конкурстың 15 лауреаты билдәләнә. Икенсе турҙа оҫталыҡ дәресе, педагогик совет, мәғариф проекты ҡаралған. Ул 1 октябрҙә тамамлана. Артабан финалға сыҡҡан биш кеше һуңғы турҙа ҡатнашыу өсөн Мәскәүгә юллана. Унда уларҙы «Мәғариф сәйәсмәндәренең түңәрәк өҫтәле» тип аталған конкурс һынауы көтә.
Еңеүсе 3 октябрҙә Дәүләт Кремль һарайында иғлан ителә. Конкурсанттар Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре уҡытыусылары һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәренең IV съезында ҡатнаша.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика