Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Сентябрь 2016, 12:02

Өфөлә педиатрҙар өсөн балаларҙа ВИЧ-инфекцияны иҫкәртеү һәм дауалау буйынса курс ойошторола

ӨФӨ, 2016 йыл, 26 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 27-29 сентябрҙә Өфөлә педиатрҙар өсөн балаларҙа ВИЧ-инфекцияны иҫкәртеүҙе, диагностикалауҙы һәм дауалауҙы камиллаштырыу буйынса курс уҙғарыла. Уның төп маҡсаты — ВИЧ-инфекциялы балаларға ярҙам итеүҙең сифатын яҡшыртыу. Курс барышында ВИЧ-инфекцияны дауалауҙы оптималләштереү проблемалары, шулай уҡ медик, социаль һәм психологик адаптацияның мөһим мәсьәләләре тикшереләсәк.
Республиканың СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш һәм иҫкәртеү үҙәгендә билдәләүҙәренсә, сара Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ВИЧ-инфекцияны диагностикалау һәм дауалау проблемалары буйынса баш штаттан тыш белгесе Евгений Воронин ҡатнашлығында ЮНЭЙДС-тың Европа бюроһы менән бергә әҙерләнгән.
Өс көнлөк курстан тыш, 3 октябрҙән ситтән тороп ете аҙналыҡ онлайн-курс ойоштороу күҙаллана.
Читайте нас