ӨФӨ, 2016 йыл, 23 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостанда эш сәфәре менән Европа һәм Үҙәк Азия төбәге буйынса «Социаль яҡлау» йүнәлеше башлығы Эндрю Мейсон етәкселегендә Бөтә донъя банкы белгестәре
булып китте. Улар Учалы районына барҙы. Делегация составында Эндрю Мейсондан тыш, Бөтә донъя банкының Рәсәй буйынса баш иҡтисадсыһы Апурва Санги, Бөтә донъя банкының Рәсәйҙә Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы етәксеһе Иван Шульга, Бөтә донъя банкы консультанты Гагик Хачатрян, республиканың финанс министры урынбаҫары Наталья Калугина бар ине. Сәфәр барышында делегация Учалы районының Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһын тормошҡа ашырыу тәжрибәһе менән танышты. Делегацияла ҡатнашыусыларҙы программаның объекттары менән Учалы районы хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев таныштырҙы.