Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Сентябрь 2016, 16:29
Перовский дәүеренең башҡорт «хәрбиҙәре» Ырымбур үҙәге буйлап үтә
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Граф Василий Перовский осорондағы кейемдәр кейгән башҡорт «хәрбиҙәре» Ырымбур үҙәге буйлап үтә. Тантаналы йөрөш бында «Карауанһарай» тарихи-мәҙәни комплексының асылыуына 170 йыл тулыуға арналған. Байрам сараларын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы ойоштора.
Бынан тыш, республиканың көньяҡ райондары, Ырымбур өлкәһе райондары һәм ҡалаларындағы башҡорт ҡоролтайҙары рәйестәренең киңәйтелгән ултырышын үткәреү, күргәҙмәләр, этно-фольклор ихаталар ойоштороу ҡаралған. «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө, «Далан» эстрада төркөмөнөң концерты була.
Теги:
милли сәйәсәт
төбәктәрҙәге башҡорттар
Читайте нас: