12:41 (UTC+5), 22 Сентябрь 2016

Башҡорт дәүләт университеты студенты «Студенттар лидеры-2016» исеменә дәғүә итә

Башҡорт дәүләт университеты сайтынан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡорт дәүләт университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм Башҡорт дәүләт педагогия университетының студенттар профкомының йыйылма командаһы «Студенттар лидеры-2016» XIV бөтә Рәсәй конкурсының финалында ҡатнаша. Краснодар крайына 70 төбәктән 130-ҙан ашыу уҡыу йортонан 600-гә яҡын студент йыйылған.
Финалға тиклем вуз, төбәк һәм округ этаптары үтте. Башҡорт дәүләт университеты вәкиле Леонид Ястребов республикала иң яҡшы студенттар профкомы рәйесе тип танылды. Саранск ҡалаһында үткән округ этабында ул икенсе урын яуланы һәм финалға сыҡты.
Финал этабы 30 сентябргә тиклем дауам итә. Сараның программаһында — «Автопортрет», «Хоҡуҡи йүнәлеш. Һөнәри тест», «Социаль һорау алыу», «Профком ултырышы», «Инфографика», «Изложение», «Блиц» һәм «Сюрприз» конкурстары. Фестивалде ойоштороусылар ҡатнашыусылар өсөн бай программа, мәҙәни һәм спорт саралары әҙерләгән.
Конкурсҡа «Студенттар лидеры», «Студенттар адвокаты», «Яңы эш формалары» һәм «Оҫталыҡ дәресе» номинациялары буйынса йомғаҡ яһала.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика