Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-4 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Сентябрь 2016, 16:57
«Әбейҙәр сыуағы» былтырғы кеүек үк оҙаҡ һәм йылы булмаясаҡ – Башгидромет
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанға бер аҙға йылы көндәр әйләнеп ҡайта. Ошо аҙнаның яртыһынан республика биләмәһендә атмосфера баҫымы күтәрелә һәм «әбейҙәр сыуағы» башлана. Һауа температураһы көндөҙ 17-22 градусҡаса етә. Синоптиктар яуым-төшөм аҙ буласаҡ тип вәғәҙәләй. 22 сентябрҙә генә республиканың күпселек райондарында йәшенле ямғырҙар көтөлә.
Дөйөм алғанда, быйыл «әбейҙәр сыуағы» тотороҡһоҙ буласаҡ, тип хәбәр иттеләр республика гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығында. Былтыр сентябрь айы эҫе булды, һауа температураһы 30 градусҡа етте.
Теги:
һауа торошо
башгидромет
Читайте нас