Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
16+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Сентябрь 2016, 10:56
Башҡорт һылыуҡайы «Мисс Азия Санкт-Петербург-2016» конкурсында ҡатнаша
ӨФӨ, 2016 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт һылыуҡайы Илнара Үтәшева «Мисс Азия Санкт-Петербург-2016» халыҡ-ара матурлыҡ һәм талант конкурсында ҡатнаша. Кисә ул кастинг үтте һәм социаль селтәрҙәрҙә ошо хаҡта хәбәр итте.
Йылайыр районында тыуып үҫкән ҡыҙ Санкт-Петербург дәүләт аграр университетында белем ала, «DartleDance» бейеү студияһын етәкләй. 2015 йылда «Һылыуҡай» республика матурлыҡ бәйгеһендә Гран-приға лайыҡ булды. Илнара төрлө сараларҙы ойоштороуҙа ҡатнаша, быйыл «Студентлыҡҡа бағышлау» кисәһен ойоштороусыларҙың береһе булып сығыш яһаны.
«Мисс Азия Санкт-Петербург» конкурсын ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, быйыл ҡатнашыусыларҙы ҡыҙыҡлы номерҙар, модель бизнесы һәм шоу-бизнес йондоҙҙары менән осрашыуҙар, шулай уҡ билдәле дизайнерҙарҙан иҫ киткес матур күлдәктәр көтә.
Теги:
матурлыҡ бәйгеһе
Читайте нас: