11:43 (UTC+5), 18 Сентябрь 2016

Республиканың «Һәр йортҡа, һәр фатирға — янғын хәбәр итеүсе аппарат» проекты АСИ конкурсы исемлегенә эләкте

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Стратегик башланғыстар агентлығы (АСИ) версияһы буйынса «Һәр йортҡа, һәр фатирға — янғын хәбәр итеүсе аппарат» проекты Рәсәйҙең иң яҡшы социаль-иҡтисади үҫеш тәжрибәләре һәм башланғыстары исемлегенә инде. Мәғлүмәт агентлыҡтың сайтында баҫылған.
Жюри ил төбәктәрендәге 19 тәжрибәнән исемлек төҙөгән. Наградалар социаль-иҡтисади сәйәсәт, йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, кешелек капиталын үҫтереү, йәмәғәтселек менән бәйләнеш, бюджетты планлаштырыу һәм дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеү сифаты номинациялары буйынса бүленә.
«Һәр йортҡа, һәр фатирға — янғын хәбәр итеүсе аппарат» проекты «Йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу» номинацияһына лайыҡ булды.
Стратегик башланғыстар агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, конкурсҡа бөтәһе илдең 68 төбәгенән 302 ғариза килгән. Алты номинацияла еңеүселәр «Сочи-2016» халыҡ-ара инвестиция форумы барышында 30 сентябрҙә билдәләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика