08:53 (UTC+5), 18 Сентября 2016

Рөстәм Хәмитов тиҙ ярҙам күрһәтеү машиналары һәм мәктәп автобустары алыу өсөн сертификаттар тапшырҙы

Олег Яровиков, Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 16 сентябрҙә Өфөләге Конгресс-холда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙәк район дауаханаларының баш табиптарына һәм дөйөм белем биреү учреждениелары директорҙарына тиҙ медицина ярҙамы күрһәтеү машиналары һәм мәктәп автобустары алыу өсөн сертификаттар тапшырҙы.
Республика мәктәптәре һәм дауаханалары өсөн автотранспорт Рәсәй Хөкүмәте бойороҡтарына ярашлы федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡсаға һатып алынған.
Атап әйткәндә, Башҡортостан 38 тиҙ ярҙам күрһәтеү машинаһы алды. Республика мәктәптәренә 58 автобус бүленде.
Төбәк етәксеһе мәктәптәргә һәм медицина учреждениеларына тапшырыласаҡ транспортты ҡараны һәм уңайлыҡ, хәүефһеҙлек йәһәтенән баһаланы.
– Бөгөн беҙҙең өсөн һәйбәт көн. Мәғариф министрлығының һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығының автомобилдәр паркы федераль ресурстар иҫәбенә тулыланды. Беҙ 38 тиҙ ярҙам машинаһы һәм 58 мәктәп автобусы алдыҡ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Тиҙ ярҙам күрһәтеү автомобилдәре паркын йышыраҡ яңыртып тороу кәрәклеген барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Беҙҙә 600 самаһы тиҙ ярҙам машинаһы бар, шуларҙың өстән ике өлөшө иҫкергән. Шуға күрә тиҙ ярҙам станцияларына, дауаханаларға яңы автомобилдәр һатып алырға кәрәк. Әлеге мәсьәлә мәғариф системаһы өсөн автобустарға ла ҡағыла. Белем усаҡтарында 1 200-ҙән ашыу автобус эшләй. Һуңғы йылда 250 машина һатып алдыҡ. Был һәйбәт һөҙөмтә, шулай ҙа яңы автомобилдәр, автобустар талап ителә. Беҙ тормошобоҙҙоң мөһим тармаҡтарын матди-техник яҡтан йыһазландырыу өҫтөндә эште дауам итәсәкбеҙ.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика