04:56 (UTC+5), 16 Сентября 2016

Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы республика килешеүенә ҡул ҡуйылды

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 15 сентябрҙә Республика йортонда Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы республика комиссияһы вәкилдәре Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы, эш биреүселәр берләшмәләре һәм Башҡортостан Хөкүмәте араһында 2017-2019 йылдарға Республика килешеүенә ҡул ҡуйҙы.
Документта республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы рәйесе Марат Хөсәйенов һәм республика Эш биреүселәр союзы рәйесе Владимир Шоломдың ҡултамғаһы бар.
Килешеү хәүефһеҙ хеҙмәт шарттары булдырыу, халыҡтың мәшғүллеген һәм хеҙмәткәрҙәрҙе социаль яҡлауҙы тәьмин итеүҙе индереп, социаль сәйәсәттең төп мәсьәләләре буйынса яҡтарҙың 214 йөкләмәһен үҙ эсенә ала.
Республика Башлығы төбәктә иҡтисадты үҫтереү өсөн социаль партнёрлыҡ механизмдарының мөһимлеген билдәләне.
– Ҡул ҡуйылған килешеү – республика хеҙмәтсәндәренең мәнфәғәттәрен яҡлаусы документ ул. Башҡортостанда предприятиеларҙа, производствола 2 миллион самаһы кеше эшләй. Кешеләр дәүләт, йәмәғәт ойошмалары, профсоюз структуралары яҡлауына мохтаж, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Килешеүҙә тикшерелгән һәм ҡабул ителгән тәҡдимдәр һаны ла арта. Хәҙер улар 200-ҙән ашыу, 10-15 йыл элек кенә килешеү күрһәткестәре һаны 80-дән артмай ине. Был дөрөҫ тә, сөнки тормош ҡатмарлаша, яңынан-яңы талаптар барлыҡҡа килә. Ошо килешеү хеҙмәтсәндәрҙең мәнфәғәттәрен яҡлауҙы һәм эш биреүселәргә, шулай уҡ власть структураларына, профсоюздарға ҡарата талаптарҙы үтәүҙе гарантиялай.
1 из 5
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика