Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.96
-0.95
91.92
-0.99
62.72
+0.57
8+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Сентябрь 2016, 15:04
Баш ҡалала оло йәштәгеләрҙең «Мин яратам һине, тормош!» фестивале еңеүселәре сығыш яһай
Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы
ӨФӨ, 2016 йыл, 15 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 16 сентябрҙә Өфөләге Конгресс-холда оло йәштәгеләрҙең «Мин яратам һине, тормош!» республика фестивале еңеүселәре сығыш яһай. Сара Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы башланғысы буйынса йыл һайын ойошторола.
Гала-концертта ҡала (район) һәм төбәк һайлап алыу турҙарында еңеүселәр ҡатнаша. Быйыл һайлап алыу туры Стәрлетамаҡ, Миәкә, Яңауыл, Ғафури, Асҡын, Әбйәлил райондарында һәм Өфөлә уҙҙы. Унда меңдән ашыу өлкән быуын вәкиле ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында.
«Мин яратам һине, тормош!» фестивале Рәсәй киноһы йылына бағышланған.
Гала-концерт киске сәғәт 6-ла башлана.
Теги:
фестиваль
социаль яҡлау
Читайте нас: